+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
24 Май 2023, 17:00

Торатауҙы атлы патруль һаҡлай

Май айы башынан Торатау буйында атлы патруль эшләй башлаған. Ике һыбайлы көн дә дежурға сыға.

Торатауҙы атлы патруль һаҡлай
Торатауҙы атлы патруль һаҡлай

Был турала «Торатау» геопаркының генераль директоры Артур Иҙелбаев хәбәр итә. Патруль биләмәлә дөйөм тәртип өсөн яуаплы, шулай уҡ туристарға рөхсәт ителмәгән һуҡмаҡтарҙан йөрөүҙе тыя. Бынан тыш, һыбайлылар тәбиғәт ҡомартҡыһын автомобилдә йөрөүҙән һаҡлай, усаҡ яғыу һәм сүп-сар ташлау булмаһын өсөн күҙәтеү алып бара. Әлегә патруль ике аҙна эшләп өлгөргән. Уның һаҡлау эшмәкәрлеге өсөн лицензияһы, тәжрибәһе һәм махсус ҡорамалдары бар.

Артур Иҙелбаев белдереүенсә, әлегә ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Халыҡ атлы патрулгә ыңғай ҡарай.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: