+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
29 Май 2023, 11:40

Ҡыраҡаға артылдыҡ!

Белорет районы - бейек, ғорур тауҙары менән дан тотҡан төбәктәрҙең береһе. Ҡыраҡа тауы араларында иң матурылыр, моғайын.

Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!

Ошо гүзәллекте күрер , тауҙарына артылыр өсөн илдең ниндәй генә тарафтарынан кеше килмәй бында! Яҙ, йәй көҙ мәлдәрендә туристар ағымы йышая. Хатта ҡышын да тау артылалар.

Беҙ ҙә бер нисә уҡыусы, уҡытыусы бергәләшеп Ҡыраҡаны урап сығырға ниәт итеп, тауға юл тоттоҡ. Аллаға шөкөр, хыялыбыҙ тормошҡа ашты! Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ҡоштар тауышын тыңлап, күҙҙең яуын алып ултырған төрлө төҫтәге сәскәләрҙе күреп, тәбиғәттән көс-дәрт алып, энергия туплап ҡайттыҡ. Бер аҙ арытһа ла,сәйәхәтебеҙҙән бик ҡәнәғәт инек.

Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА.

Белорет районы, Шығай мәктәбе.

 

 

Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Ҡыраҡаға артылдыҡ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: