+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Июнь 2023, 16:05

Һынамыштар

Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.

Һынамыштар
Һынамыштар

Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй – ҡоро, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.

Әгәр миләш һуң сәскә атһа, көҙ оҙон буласаҡ.

Июндә томан йыш икән, бәшмәк уңыр.

Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра торһа, көн боҙола.

Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән – ямғырға.

Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр. Июндең егерме һигеҙендә башланған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: