+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Июнь 2023, 15:25

Ирхандың яҙыуы һәр кемде сәләмләй

Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең уҡыусылары Нәйлә Әхтәмова, Ирхан Таһиров, Юлиә Әхтәмова һәм Баймаҡ интернат-лицейҙан Алтынай Таһирова үҙҙәре йәшәгән Аҡтау ауылындағы Мир тауына менгән.

Ирхандың яҙыуы һәр кемде сәләмләй
Ирхандың яҙыуы һәр кемде сәләмләй

Улар “Рәхим итегеҙ!” тигән яҙыуҙың эргә-тирәһен ҡый үләндәренән таҙалап, таштарын рәтләп, буяуын яңыртып төшкән. Хәҙер әллә ҡайҙан күренеп тора. Уны Ирхан беренсе синыфҡа барған йылды ҡартәсәһе һәм ауылдағы Фәүзиә инәһе менән яҙып ҡуйған икән. Улар был урынды тәртиптә тоторға тырыша. таштар йыйып, яҙып ҡуйған булған. Ирхан ҡартәсәһенә: “Ҡасан тауға менеп, яҙыуҙы буяйбыҙ”– тип кенә тора икән.

– Өс йыл элек ейәнем менән Мир тауына мендем. Шунда уға ауылымдың тарихын, тауҙары хаҡында һөйләгәйнем. Ирханға был сәйәхәтебеҙ бик оҡшаны. Шунда таш йыйып, “Рәхим итегеҙ!” тигән һүҙҙе яҙырға кәрәк, тип хыялланып ҡайтҡайныҡ. Күп тә үтмәй, тауға барып, ауылдашым Фәүзиә апай, ейәнем менән ошо изге эште башҡарып ҡуйҙыҡ. Хәҙер иҫләһәм, ҡыҙыҡ. Ул таштарҙы ейәнем тырышып йыйҙы. Тауҙан тәгәрәткәндәре аҫҡа уҡ ттөшөп китә. Ирхан улым арттарынан йүгерә, кире өҫкә ташый... Шуға ла ейәнемә был яҙыу ныҡ ҡәҙерле, сөнки үҙе көс һалды бит. Әле быйыл да был эште ул ойошторҙо, тиһәм дә була. Ирхан улым  апайҙарын йыйып, әсәһе менән мине лә алып барҙы. Сөнки аҡ буяу һатып алырға, тағы ла һыуҙы тауға мендерергә кәрәк бит, – ти Ирхандың ҡартәсәһе.

Ысынлап та, изге эш башҡарған аҡтауҙар. Хәҙер ауылға килгән һәр кемде “Рәхим итегеҙ!” сәләмләү һүҙе ҡаршылай.

Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә өләсәй-ҡартәсәйҙәр  бик ҙур роль уйнай. Балаға күп кәрәкмәй, мәлендә дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим.

 

Зөһрә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Ирхандың яҙыуы һәр кемде сәләмләй
Ирхандың яҙыуы һәр кемде сәләмләй
Ирхандың яҙыуы һәр кемде сәләмләй
Ирхандың яҙыуы һәр кемде сәләмләй
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: