+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
8 Июнь 2023, 13:15

Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...

Ебәк һәм энәлек күбәләге 11 – 12 йылға бер тапҡыр ныҡ үрсей икән. Белорет ҡалаһының Йәш натуралистар станцияһында шөғөлләнгән уҡыусылар һәм “Ирәмәл” тәбиғәт паркы дуҫтары болон һәм энәлек күбәләге ҡарышлауыҡтарын йыйырға сыҡҡан.

Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...

Был бөжәктәр айырыуса Бикре быуаһы эргәһендәге урманда күбәйеүе йәш экологтарҙы хәүефләндергән. Уҡыусыларҙың һанауы буйынса, бер квадрат метр майҙанға 50 ҡарышлауыҡ тура килгән. Муйыл, миләштәрҙең ағастарын 90 процентҡа ашап бөткәндәр. Ике сәғәт эсендә йәмғеһе ике мең ҡарышлауыҡ йыйыуға өлгәшкәндәр.

 – Йәш экологтар урманды ҡаршылауыҡтан ҡотҡарыуҙан тыш, күҙгә ташланып ятҡан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын да йыйҙы. Йәмғеһе 20 килограмм сүп йыйҙыҡ. Бындай өмәләр артабан да дауам итәсәк. Йәйгеһен беҙҙең үҙәк эштән туҡтамай, балалар килә, төрлө эштәр менән шөғөлләнә, –  ти Йәш натуралистар станцияһы методисы Айгөл Әхмәҙина.

– Тәүҙә япраҡтарҙа тишектәр барлыҡҡа килә. Ауҙар күренһә, формаһы үҙгәрһә, шунда уҡ баҡса ағастарын эшкәртергә кәрәк. Япраҡтарҙы йыйып, яндырығыҙ. Ҡарышлауыҡтарҙы баҡсала ҡул менән йыйырға була. Айырыуса улар иртәнсәк әүҙемлек күрһәтә. «Искра», «Командор», «Алатар», «Кинмикс» кеүек дарыуҙарҙы ҡулланырға мөмкин. Экологик саралар ҡулланырға булһағыҙ, ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ылыҫлы ағастарҙың төнәтмәһе менән эшкәртергә кәрәк. Бынан тыш, улар әрем, гәрсис, помидор япраҡтарынан яһалған төнәтмәне яратмай. Ҡарышлауыҡтарҙы йыйғанда бирсәткә кейергә онотмағыҙ, сөнки уларҙың йөнө ағыулы һәм аллергия башланыуы ихтимал, – тип кәңәштәрен бирә “Россельхозцентр” үҙәгенең агрономы Эльма Садиҡова.

Бына шулай файҙалы эш башҡарған йәш экологтар. Һеҙҙең яҡта ошондай ҡаршылауыҡтар бармы? Булһа, нисек көрәшәһегеҙ,был хаҡта  яҙып ебәрегеҙ.

 

Лилиә Нуретдинова.

Өфө ҡалаһы.

Фото: Йәш натуралистар станцияһы.

.

 

Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Ике сәғәт эсендә – ике мең ҡарышлауыҡ...
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас