+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
21 Июль 2023, 07:15

Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә

Ғафури районы Ватан ауылындағы Баҡса урамының түбәнге осонда бик матур бер шишмә бар икән.

Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтәСелтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә
Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә

Уға 10 йыл дауамында Ҡотлогилдиндар ғаиләһе шефлыҡ итә. Оҙаҡ ваҡыт шишмәнең исеме булмаған, шунан уны Селтер тип йөрөтә башлағандар. Һыуы һыуыҡ, шифалы, сәйгә бик тәмле икән.

Йыл һайын Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәүзиә Ҡотлогилдина ейән-ейәнсәрҙәре килгән саҡта Селтер шишмәне таҙартыу өсөн ғаилә өмәһе ойоштора. 

Быйыл да ейәне Айҙар менән ейәнсәре Әлиә йәйге ялға ҡайтҡас та бергәләп шишмәгә юлланғандар. Таҙалау эштәре тамамланыу менән Айҙар шишмәгә төшөргә уңайлы булһын өсөн баҫҡыстар эшләргә керешкән. Уға Әлиә лә ҡушылған. Ике баланың тырышлығы арҡаһында Селтер шишмәгә ун баҫҡыс эшләнеп тә ҡуйылған. Төшөп, менеп йөрөргә бик уңайлы икән хәҙер.

«Үҙҙәре бәләкәй булһа ла, йөрәктәре тулы изгелек. Улар бит минең теләгемде тормошҡа ашырҙылар! Селтер шишмәгә баҫҡыс булһын ине, тип теләгән инем. Ә шишмәбеҙ Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйткәндәй, селтерләп ағып ята. Уның рәхмәтенә минең дә рәхмәтем ҡушылһын! Рәхмәт һеҙгә, ейәнем Айҙар һәм ейәнсәрем Әлиә!» – ти Фәүзиә апай.

Һай, афариндар, Айҙар һәм Әлиә!

Фото һәм сығанаҡ: «Бәйләнештә» селтәрендәге Фәүзиә Ҡотлогилдина сәхифәһенән (vk.com)

Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә
Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә
Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә
Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә
Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә
Селтер шишмәһе Айҙар менән Әлиәгә рәхмәт әйтә
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас