+20 °С
Дождь
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
26 Июля 2023, 05:05

«Башҡортостан йөрәген дә күрҙек беҙ...»

Башҡортостанда икенсе йыл рәттән «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса «Мәктәп туризмы» программаһын тормошҡа ашырыу уңышлы дауам итә.

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов мәғлүмәте буйынса, 2023 йылдың тәүге ярты йыллығында федераль программала V-IX синыфтарҙан 16 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан.

Федераль кимәлдә был программаға дөйөм талаптар билдәләнгән. Сәйәхәт оҙайлығы 24 сәғәттән дә кәм түгел, 3 йондоҙло һәм унан юғарыраҡ уңайлыҡтары булған  ҡунаҡханала йәшәү, туҡланыу булыуы мотлаҡ. Бынан тыш, патриотик-тәрбиә йәки мәҙәни-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге оҫталыҡ дәрестәренә йөрөү тәьмин ителергә тейеш.

Яңыраҡ был пилот проектында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының V «А» һәм  «Г» синыфтары ҡатнашты. Уларға ике көнлөк булған «Башҡортостан легендалары» турын «Тархан» туристик фирмаһы «Башҡортостан йөрәге – Уҡлыҡая – Стәрлетамаҡ» маршруты буйынса ойошторҙо.

Программа сараларға бик бай булды. Экскурсия барышында Башҡортостандың тәүге  баш ҡалаһыларының береһе – Стәрлетамаҡ буйлап экскурсия һәм дүрт шихандың береһе – Торатауға күтәрелеү ойошторолдо. Балалар шулай уҡ Башҡортостан үҙәгенең ҡайҙа урынлашҡанын, был урынды нисек билдәләүҙәрен һәм ошонда ҡуйылған иҫтәлекле стеланы ҡарап сыҡты. Улар Имәндәш ауылының мәктәп музейында булды. Хатта Ғафури районының иң сағыу урындарының береһен – «Башҡортостан йөрәге» этно-туристик комплексы урынлашҡан Уҡлыҡаяны күрҙеләр.

-Был сәйәхәт миңә бик ныҡ оҡшаны. Ике көн эсендә беҙҙе ҡыҙыҡлы урындарға алып йөрөнөләр, тәмле итеп ашаттылар. Төрлө уйындар уйнаныҡ, Торатауға мендек, уның башында түңәрәккә тороп теләк теләнек. Башҡортостан йөрәген дә күрҙек. Музыка ҡоралдары һәм уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә булды. Мин беренсе тапҡыр уҡтан атып ҡараным, – ти V «А» синыфы уҡыусыһы Илүзә Зәйнетдинова. 

"Тархан" туристик фирмаһы етәксеһе Илдар Бикҡужинға һәм экскурсияны алып барыусы гид Зилә Хәйретдиноваға ҙур рәхмәт. Ә бындай шәп проекттар республикабыҙҙа күберәк булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.

«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
«Башҡортостан йөрәге"н дә күрҙек беҙ...»
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас