

Каникулдарын уҡыусылар тағы ла ҡыҙығыраҡ, фәһемлерәк итеп уҙғарһын өсөн Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылы мәҙәниәт йорто «Беҙ – тәбиғәт дуҫтары» тигән танып-белеү сараһы үткәрҙе. Ҡатнашыусылар ни өсөн беҙҙең Ер шарын йәшел планета тип атауҙарын белде, ғөмүмән, Ер тураһында дөйөм мәғлүмәт алды. Улар «Урман серҙәре» викторинаһына яуап бирҙе, саф һауала «Баҫтырыш», «Йәшенмәк», «Кем өлгөр», «Туңдырыш», «Шишмәкәй» һәм башҡа уйындарҙа рәхәтләнеп ҡатнашты. Сара тәмләп тороп тәбиғәттә сәй эсеү менән тамамланды.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com