

Уларҙың үҙ ысулы бар икән. Июнь-июль айҙарында айыуҙар үҫемлектәр күп үҫкән болондарҙы, йылға буйҙарын, башҡа асыҡ урындарҙы ҡыҙыра. Еләк, сәтләүек, үҫемлек тамырҙары, һабаҡтары менән туҡлана. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре төркөмдәргә бүленеп биләмә буйлап сығып китә. Урман хужаларының эҙҙәрен табып, алғы аяғының үлсәмен билдәләйҙәр. Уның ҙурлығы буйынса айыуҙың ауырлығы, йәше һәм башҡа билдәләре асыҡлана. Һуңғы 3-4 йылда ҡурсаулыҡта 45-55 айыу йәшәгәнлеге асыҡланған.
Фото: bashzapovednik.