

Стәрлебаш районы Табылды ауылы балалары йәйге ялдарында бөтә ергә лә өлгөрә.
Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, һау-сәләмәт булыр өсөн сәләмәт тормош алып барырға һәм иммунитетты нығытырға кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, дарыу үләндәрен ҡулланыуҙан да яҡшырағы юҡтыр. Тик уларҙы белеп кенә әҙерләү мөһим.
Яңыраҡ ауылдың бер төркөм балалары «Йәшел дарыуханала ҡунаҡта» девизы менән тәбиғәткә экскурсияға юлланды. Улар бында дарыу үләндәрен танырға өйрәнде һәм уларҙың шифалы үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт алды. Һуңынан саф һауала тәмләп үлән сәйе эстеләр.
Икенсе көнө балалар күмәкләшеп экологик өмәгә сыҡты. Үҙҙәренең, ата–әсәләренең тыуған төйәгенә хөрмәт менән ҡарауҙары бик ҡыуаныслы хәл, сөнки тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм уны тәртиптә тотоу һәр кемебеҙҙең бурысы. Беҙ ҙә шуны онотмайыҡ, дуҫтар!
Фото һәм сығанаҡ: vk.com