

Өфө районының Йоматау ауылында йәшәгән баҡсасылар былтыр көҙ тәҙрә төбөндә кәсәләрен онотоп ҡалдырған. Яҙ уны алам тиһәләр, эсендә дүрт йомортҡа ята икән! Артабан теймәҫкә булалар. Бәләкәй генә ҡошсоҡ себеш сығара.
Ошо көндәрҙә ҡошсоҡтар, осорға өйрәнеп, кәсә өйҙәрен ташлап киткән!
Дуҫтар, ә һеҙ ҡош ояларына тап булғанығыҙ бармы? Булһа, Бәйләнештәге төркөмөбөҙгә фотоларын һалығыҙ!
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: скриншот.