+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
17 Август 2023, 08:00

Ә һеҙ беләһегеҙме, айыу нисек итеп ашарға һорай?

Белорет районындағы зоопаркта йәшәүсе көрән айыуҙар үҙҙәренә ашамлыҡ һорай белә. Аҡыллы йәнлектәр тураһында видео һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.

Ә һеҙ беләһегеҙме, айыу нисек итеп ашарға һорай?Ә һеҙ беләһегеҙме, айыу нисек итеп ашарға һорай?
Ә һеҙ беләһегеҙме, айыу нисек итеп ашарға һорай?

Әйҙәгеҙ, көрән айыуҙар менән яҡындан танышайыҡ:

– улар утыҙ йәшкә тиклем йәшәй ала, шул уҡ ваҡытта бер фермер ҡарамағындағы айыуҙың 47 йыл йәшәүе билдәле;

– табандары ныҡ көслө, ә тырнаҡтарының оҙонлоғо 8 – 10 сантиметрға барып етә;

– Рәсәй биләмәһендәге айыуҙарҙың ауырлығы 600 килограмға тиклем етә, кәүҙә оҙонлоғо 1,7 – 2,8 метр, бейеклеге 70 – 150 сантиметр;

– сәғәтенә 40 километр тиҙлек менән йүгерәләр;

– күреү һәләттәре кешеләрҙеке кеүек һәйбәт, ә ишетеү һәм еҫ тойоу һәләттәре тағы ла яҡшыраҡ;

– инә айыу, ғәҙәттә, ике йылға бер балалай, өлкәнерәк балалары кеселәрен ҡараша;

– ейгән ризығының 75 процентын үҫемлектәр тәшкил итә.

Фото: animalreader.ru

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас