

Әлбиттә, был мөғжизәне булдырыу өсөн бар ғаилә ағзалары көс һалып эшләгәндәре күренеп тора. Ана, хатта матур итеп биҙәлгән итек эсендә лә сәскәләр йымылдаша. Бәшмәктәре ниндәй бит әле! Ә күсмәкәй, ҡарышлауыҡ, бал ҡорттары һуң... Вәт, фантазия! Тиҙерәк матурлыҡ серҙәрен белге килеп, уңған хужабикәгә өндәшәбеҙ.
– Сәскәләр – тормошобоҙ биҙәге! Улар барыбыҙға ла оҡшай. Ошо гүзәллекте яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, тиҙәр бит. Мин дә йорт тирәһен, баҡсамды сәскәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Был матурлыҡты тыуҙырыу өсөн сыҙамлыҡ та кәрәк. Һәр береһенең сәскә атыр мәлдәрен дә иҫәпкә алып сәсергә тырышабыҙ. Тағы ла хыялдарыңды тормошҡа ашырыр өсөн һине аңлап торған яҡын кешеләрең булыуы ла мөһим. Был йәһәттән мин бәхетле! Тормош иптәшем, яратҡан балаларым тын алышымдан аңлап, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора, – ти Мәсәғүт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Тәүфиҡ ҡыҙы.
Эйе, шулайҙыр. Ә бит сәскәләр араһында төрлө йәнлектәр һыны ла бар. Көнкүрештә ҡулланылмаған әйберҙәрҙе лә матур итеп кенә һауыт-һаба итеп ҡуйғандар. Әйтергә кәрәк: уңған хужабикә оҙаҡ йылдар интернет селтәре аша улар хаҡында өйрәнә, эҙләнә, төрлө зауыҡлы журналдарҙы ҡарап, үҙенә тәжрибә туплай. Шулай уҡ атай кешенең оҫта ҡуллы икәнлеге лә күҙгә салына. Йорт хужаһы Наил Фаил улы, эше тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ҡатынына һәр саҡ ярҙам итергә генә тора. Ул Ҡыйғыла полицияла эшләй. Татыу ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә. Улдары Нияз Мәсәғүттәге 1-се лицейҙың IX синыфы уҡыусыһы булһа, ҡыҙҙары Гөлназ IV синыфта белем ала. Балалар – әсәйҙәренең алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары. Улар сәскәләрҙе ҡараша. Йәй буйы һыу ҡойоп, ҡыйҙарын утай.
Сәскә һауыттарының зауыҡлылығы һуң! Әсәһе лә, Гөлназ да һүрәт төшөрөргә яратҡас, уларҙы ихлас итеп төрлөсә биҙәгәндәр. Иҫ киткес!
Ә балаларҙың үҙҙәренә килгәндә, Нияз менән Гөлназ матур итеп йырлай һәм бейей. Нияз «Сулпылар»ҙа ла ҡатнашҡан. Шуныһы һоҡландыра: балалар башҡортса бигерәк матур һөйләшә. Гөлназ тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Башҡорт теле буйынса икеһе лә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашалар. Йәйге каникул көндәрендә Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында йәшәгән өләсәй менән олатайҙары янында ял итеп, ҡулдарынан килгәнсе ярҙамлашып ҡайтҡандар.
Бына шундай матурлыҡты яратҡан, мөғжизә тыуҙыра белгән, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер генә торған һоҡланғыс ғаилә менән таныштыҡ. Миләүшә Тәүфиҡ ҡыҙы әйтмешләй, күнелдәребеҙ гел шулай гүзәллеккә ынтылып, hау-сәләмәт булып, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәйек!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Дыуан районы.