+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
5 Сентябрь 2023, 14:00

Нимә ул Ҡара китап?

Ҡыҙыл китап хаҡында ишетмәгән кеше юҡтыр, бына Ҡара китапты барыһы ла белмәй. Ә уны бит кешелекте иҫкәртеүсе, хөкөм итеүсе баҫма тип ҡарарға була.

Нимә ул Ҡара китап?Нимә ул Ҡара китап?
Нимә ул Ҡара китап?

XX быуатта яҙылған китап 1500 йылдарҙан алып хәҙерге көнгә тиклемге ваҡытты яҡтырта. Һуңғы биш быуат эсендә донъяла 1 меңдән ашыу популяция тулыһынса юҡҡа сыҡҡан. Күптәрен хатта кеше күрмәгән дә, фотолары ла юҡ. Был хайуандар, ҡоштар, балыҡтар, үҫемлектәр планетала булыуын мәҙәни ҡомартҡылар һәм сәйәхәтселәрҙең яҙмалары иҫбатлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡыҙыл китаптың Ҡара томы йыл һайын тулылана бара.

Фотоларҙа мәңгелеккә юғалған төрҙәр бирелгән. Мәҫәлән, берҙән-бер абингдон фил гөбөргәйеле 2012 йылда 100 йәшендә үлеп ҡала. Ҡытай йылға дельфиндары иһә бер нисә тиҫтә йыл элек кенә Янцзы йылғаһында ҡайнап тора, ә 2002 йылда һуңғы вәкиле юҡҡа сыға. Быға һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы һәм браконьерҙар әүҙемләшеүе булышлыҡ итә. Ә тарпандар һуң? Уларҙы ла һунарсылар һәләк итә бит! Текоп атамалы балыҡтар ҙа кеше арҡаһында юҡҡа сыҡҡан... Кариб тюленен һуңғы тапҡыр 70 йыллап элек күргәндәр. Ә бына антилопаның бубал тигән төрө 65 мең йыл элек үк юғалған.

Был хәл артабан дауам итмәһен өсөн ни эшләргә була һуң?

  1. Ҡайһы бер төр кейек-ҡоштарҙы аулауҙы тыйырға.
  2. Һунарҙы популяцияның һанына ҡарап ҡына рөхсәт итергә.
  3. Урмандарҙы һәм башҡа йәшәү урындарын һаҡларға.
  4. Һирәк осраған ҡош, үҫемлектәрҙе үрсетергә, тергеҙергә.
  5. Ҡурсаулыҡтар булдырырға.
  6. Профилактик эштәр алып барырға.
  7. Тәбиғәтте һаҡлау эштәренә ирекле ярҙамсыларҙы йәлеп итергә.

Фото: ecologanna.ru.

Нимә ул Ҡара китап?
Нимә ул Ҡара китап?
Нимә ул Ҡара китап?
Нимә ул Ҡара китап?
Нимә ул Ҡара китап?
Нимә ул Ҡара китап?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас