

Был бәшмәктең эшләпәһенең ситтәре ҡабарыңҡырап тора, уртаһы эскә баҫылған кеүек. Пластинкалары ҡалын, аяҡсаһы йыуан. Ул тулыһынса сағыу һары төҫтә була, оҙонлоғо 12 сантиметрға етә. Ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар үҫкән урмандарҙа июндән сентябргә тиклем үҫә. Һары бәшмәк әкрен өлгөрә. Уны ҡыҙҙырып ашарға, маринадларға мөмкин.
Сығанаҡ: ba.wikipedia.org.