

Билдәле йырсы һәм музыкант Ринат Рамаҙанов Ҡыпрыҫта (Кипр Республикаһы) Мәүлит байрамында ҡатнашҡан. Сит илдә яҡташыбыҙ үҙенсәлекле тутыйғошто осратҡан. Был ҡош хужаһының тауышы менән Аллаһтың исемен ҡабатлай.
«Бында хатта тутыйғоштар ҙа зекер әйтә», – тип яҙған сәхнә оҫтаһы. Билдәле булыуынса, зекер – Аллаһтың исемен данлап, ҡат-ҡат ҡабатлап салауат әйтеү, ғәрәпсә «иҫкә алыу» тигәнде аңлата.
Фото Ринат Рамаҙановтың шәхси архивынан алынды.