+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
4 Октябрь 2023, 11:00

Иң матур балыҡтар

Донъя һыуҙарында 25 мең төргә ҡараған балыҡтар йөҙә. Тышҡы ҡиәфәттәре бигерәк үҙенсәлекле булғандары ла бар. Әйҙәгеҙ, уларға күҙ һалайыҡ.

Иң матур балыҡтарИң матур балыҡтар
Иң матур балыҡтар
  1. Губан балығы әллә ни ҙур түгел: кәүҙәһе 4 – 8 сантиметр оҙонлоҡта. Тымыҡ океанда, Ҡыҙыл диңгеҙҙә осрай. Ҡыҙғылт һары һәм күк һыҙыҡлы балыҡты аквариумда тоторға була. Ул тыныс ерҙәрҙе ярата, йыш ҡына таш аҫтында йәшенеп ята.
  2. Алтын балыҡтың һүрәттәге был төрө бигерәк йомроҡас ҡына. Сөнки күп ашай. Ул дуҫлашырға әүәҫ, аквариумда төрлө балыҡтар менән йәшәй ала.
  3. Мандаринка ла 8 сантиметрға тиклем үҫә. Тымыҡ океанда таралған. Биҙәкле “кейем”дәге балыҡты күптәр аквариумында күрергә теләр ине, бигерәк сағыу бит.
  4. Атбаш балыҡ – иң ҡыҙығы, сөнки уның кәүҙәһе башҡаларҙыҡына оҡшамаған. 30 сантиметрға тиклем етә ала. Уларҙың донъяла 50 төрө бар икән! Атбаштың күҙҙәре төрлө яҡҡа ҡарай ала.
  5. Әтәс балыҡ агрессив холоҡло икән. Ә үҙенең йөҙгөстәре ниндәй матур!

Фото: dzen.ru.

Иң матур балыҡтар
Иң матур балыҡтар
Иң матур балыҡтар
Иң матур балыҡтар
Иң матур балыҡтар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас