+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
6 Ноябрь 2023, 15:30

1 мең 900 төрө бар!

Диңгеҙ йондоҙо. Беҙҙең яҡта ул юҡ, шуға ла ҡыҙыҡ: хайуанмы ул, үҫемлекме? Бигерәк үҙенсәлекле һәм матур нәмә бит! Хәҙер белерһегеҙ.

1 мең 900 төрө бар!1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!

Хайуан икән ул. Ҙурлығы төрлөсә була: 2 сантиметрҙан 1 метрғаса. Иң ауыр диңгеҙ йондоҙо 5 килограмм тирәһе тарта. Һыу ятҡылығы тәрәнлеге күпме генә булмаһын, ул һәр саҡ төбөндә ята! Ә тәненең төҙөлөшө һуң: уның иҫ киткес симметриялы булыуы ғалимдарҙы һаман аптырата, имеш. Донъя океанында 1 мең 900 төрө бар.

Диңгеҙ йондоҙо моллюск, мидия, селәү кеүек ваҡ-төйәк менән хушһына. Эрерәк төрҙәр креветка, краб менән туҡлана. Әйткәндәй, улар диңгеҙ төбөн үләкһәләрҙән дә таҙарта икән.

Йондоҙҙар уртаса 35 йыл йәшәй. Нимәһе ҡыҙыҡ, берәй “нур”ы йәрәхәтләнһә йә хатта өҙөлөп төшһә, кире үҫә! Шуға оҙаҡ йәшәй ала ла инде был хайуандар. Беҙҙең йондоҙҙоң нурҙары бишәү тип өйрәнгәнбеҙ, ә уларҙыҡы 15-кә тиклем етә!

 

Фото: faunistics..

1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!
1 мең 900 төрө бар!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас