+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
8 Ноябрь 2023, 08:00

Ә һин тәбиғәтте һаҡлайһыңмы?

Кеше һәм тәбиғәт бер-береһенән айырылғыһыҙ. Беҙ – уның бер өлөшө: һыуһыҙ, ерһеҙ, һауаһыҙ, аҙыҡһыҙ бер кем дә йәшәй алмай бит. Әммә ниңәлер күптәр тәбиғәт биргәнде ҡәҙерләмәй.

Ә һин тәбиғәтте һаҡлайһыңмы?Ә һин тәбиғәтте һаҡлайһыңмы?
Ә һин тәбиғәтте һаҡлайһыңмы?

Боронғо заманда кешеләр тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлыраҡ булған. Мәҫәлән, ағас ҡырҡыу өсөн кеше унан ергә тиклем теҙләнеп рөхсәт һораған. Ә хәҙер әҙәмдәр тәбиғәткә ҡулланыусы мөнәсәбәтен күр­һәтә, байлыҡты юҡҡа сығара. Урмандар аяуһыҙ ҡырҡыла, һыу ятҡы­лыҡтары бысрана, предприятиелар һәм машиналар атмосфераны боҙа, браконьерҙар хайуандар һәм балыҡтарҙы аяуһыҙ ҡыра. Бик үкенесле! Бәлки, кеше нимә эшләгәнен аңламайҙыр... Тәбиғәт тә үс алыуы бар бит.
Мин тирә-яҡ мөхитте үҙемсә һаҡлайым: ҡоштарҙы һәм хайуандар­ҙы ашатам, уларҙы рәнйетмәйем, сүп-сар ташламайым, ағастар һәм сәскәләр ултыртам, һыуҙы, ҡағыҙҙы, газды, электр энергияһын са­рыфламайым. Тәбиғәткә зыян килтермәҫкә тырышам. Мәҫәлән, сәс­кәне өҙөү урынына уны еҫкәп кенә ҡуям да артабан үҫергә ҡалдырам. Тәбиғәтте уның камиллығы, матурлығы, гармонияһы өсөн яратырға һәм зыян килтермәҫкә кәрәк.

Шәүрә БАЙЫШЕВА,
X «А» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас