

Күңелем балҡып тора.
Ҡош кеүек осоп барамын,
Аҙ ғына ҡалды ара.
Һағышлы көҙҙә лә ул
Нурланып балҡып тора.
Был саҡта ямғырһыҙ булмай,
Ярай аҙ ғына ҡоя.
Хушлашырға әҙерләнеп
Ҡоштар моңдарын түгә.
Унда-бында биҙәк яһап,
Үрмәксе ауын үрә.
Төрлө миҙгел, төрлө сәбәп...
Ә ҡайтыр юл бер була.
Ҡыуаныс менән ҡайтырға
Яҙһын тыуған яғыма.
Вилдан СОЛТАНҒУЖИН,
VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.