

Ҡушылған ярмаларҙы тиҙ генә тап-таҙа итеп айырғандар. Тағы ла күҙҙе бәйләп йәшелсәнең исемен әйткәндәр. Балалар йырлай-йырлай рәхәтләнеп бейеп тә алғандар. Байрам аҙағында тәмле итеп сәй табыны ойошторғандар. Барыһына ла бик оҡшаған сара. Байрамды ойоштороусы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Шәмсетдинова.
Афариндар, салауаттар!