+23 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
17 Ноября 2023, 07:20

Денис өлгө күрһәтә

Мәктәбебеҙҙең VI синыф уҡыусыһы Денис Төхвәтшин йыл һайын тәбиғәтте күҙәтеп, көндәлек алып бара.

Денис өлгө күрһәтәДенис өлгө күрһәтә
Денис өлгө күрһәтә

 Ул күргәндәрен фотоға ла төшөрә. Былтырғы ноябрь башы менән быйылғыһын сағыштырып, шаҡ ҡатҡан. Фотоға ҡараһаң, шул уҡ урында былтыр ҡыш булған. Ҡар ятҡан. Ағастарға бәҫ ҡунған, ә быйыл ҡояш йылмая. Ер өҫтөндә – йәшел үлән, ағастарҙа – ҡыҙыл, һары япраҡтар.

 

Тәбиғәт – ул сихри донъя, һәр миҙгеле үҙенсә матур. Йыл йылға тура килмәй икән, тигән һығымта яһаған.

Денис тиңдәштәренә лә һауа торошо буйынса көндәлек алып барырға кәңәш итә. Эйе, унан күп нәмәгә өйрәнергә була.

Борон ата-бабаларыбыҙ ҙа көҙ миҙгелен күҙәтеп, һынамыштар әйтеп ҡалдырған бит. «Көҙ килеүе йәйенән билдә­ле», «Көҙ йылы бул­һа, ҡыш һалҡын килер», «Көҙ оҙон бул­һа, ҡыш оҙон була», «Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер», «9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа – һыуыҡҡа, томан бул­һа – йылыға».

Денисҡа уңыштар теләйбеҙ, үҙенә бик матур шөғөл уйлап тапҡан. Уға ҡарап һоҡланабыҙ. Афарин!

 

Самира МОЗАФАРОВА, VI синыф уҡыусыһы,

«Йәш хәбәрселәр» түңәрәге ағзаһы.

Туймазы районы, Иҫке Туймазы мәктәбе.

Денис өлгө күрһәтә
Денис өлгө күрһәтә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас