Тәбиғәт мөйөшө
28 Ноября 2023, 06:10

Экостанциялар слёты үтте

Өфөлә Башҡортостан Экостанцияларының республика слёты үтте. 

Экостанциялар слёты үттеЭкостанциялар слёты үтте
Экостанциялар слёты үтте

Улар "Мәғариф" милли проектының "Һәр баланың уңышы" федераль проекты сиктәрендә булдырыла. Слетта Балтас, Ишембай, Ҡалтасы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарынан, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан Экостанциялар ҡатнашты. Балалар үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте, экология буйынса дәрестә, уйында ҡатнаштылар. "Башҡорт сода компанияһы", "Башнефть", "Фарус Инжиниринг", "БашИнком" кеүек  иҡтисади предприятиелар вәкилдәре менән осрашыу ҙа ҡыҙыҡлы булды. 

Экологик проекттар буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. I урында - Стәрлетамаҡ йәш техниктар станцияһы командаһы.

II урында - Мишкә районының "Путник" үҙәге һәм Өфөнөң балалар экология-биология үҙәге.

III урында - Кушнаренко һәм Ҡалтасы райондары командалары.

Фото: education.bashkortostan.

Экостанциялар слёты үтте
Экостанциялар слёты үтте
Экостанциялар слёты үтте
Экостанциялар слёты үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас