+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
28 Ноябрь 2023, 07:16

Шыршыны урлап киҫкән өсөн - 3 мең штраф

 Яңы йыл яҡынлаша. Республикала "Шыршы-2023" операцияһы башланды. Ул 31 декабргә тиклем барасаҡ.  

Йәшел ҡупшыҡайҙарҙы ҡанунһыҙ киҫкән өсөн 3 - 4 мең күләмендә штраф ҡаралған. Етәкселәргә - 20 - 40 мең, ойошмаларға иһә 200 - 300 мең һум штраф һалына. 

Яңы йылға өйөгөҙгә  ылыҫлы ағас ултыртырға теләһәгеҙ, 15 декабрҙә Өфөлә шыршы баҙарҙары эшләй башлаясаҡ. Сауҙа итеү халыҡ күп йөрөгән урындарҙа ойоштороласаҡ.

Фото: Башинформ.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас