+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
4 Декабрь 2023, 10:27

Экология - һәр кемдең эше!

Йәш экологтарыбыҙ Рәсәй кимәлендә еңеү яуланы.

Экология - һәр кемдең эше!Экология - һәр кемдең эше!
Экология - һәр кемдең эше!

“Экология – һәр кемдең эше” халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр премияһы быйыл өсөнсө тапҡыр тапшырылды. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт булдырған конкурста балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Башҡортостандан быйыл 2,5 меңгә яҡын эш ебәрелгән. Рәсәйҙең бөтә өлкәләренән, шулай уҡ сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар күп.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов: “Үҫеп килеүсе быуындың экология менән ҡыҙыҡһыныуы, был өлкәлә белемле булыуҙары ҡыуандыра. Улар сүп-сарҙы нисек айырым йыйырға, ҡалдыҡтарҙың тупраҡҡа, һыуҙа йәшәгән тереклеккә ниндәй зыян килтереүе тураһында, хатта ҡалдыҡтарҙан кейем тегергә мөмкинлеген дә белә. Бөтә балалар ҙа тәбиғәткә шулай һаҡсыл ҡарашта булһа, киләсәк өсөн борсолмаҫҡа булыр ине”, – тип белдерҙе.

“Экология – һәр кемдең эше” премияһы экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү өсөн булдырылған да инде. Быйыл да республика балаларының эштәре яҡшы баһа алды. Туймазы ҡалаһының 2-се мәктәбенән 9 йәшлек Григорий Сафиндың видеоролигы “Экодонъя” номинацияһында I урынға лайыҡ булды. «Күҙ алдына килтерегеҙ: кешенең һәр аҙымы бар планетала сағылыш таба. Беҙ ошо ерҙә йәшәйбеҙ. Киләсәкте үҙгәртер өсөн беҙгә бөгөн үҙгәрергә кәрәк. Кешенең бәләкәй генә аҙымы – кешелектең ҙур аҙымы, планетаны ҡотҡарыу”, – тип өндәшә уның уның геройы.

Учалынан 9 йәшлек Әмир Әхмәтйәнов Ҡалҡан күле тураһында үҙе яҙған шиғырҙы реп итеп башҡарып, “Экопроект” номинацияһында еңеүсе булды. “Экоһүрәт” номинацияһында Өфө районы Булгаков ауылынан Иосиф Молдованцев III урын алды.

 Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан Аслан Баянов, Данияр и Искәндәр Макуловтар, Аделия Муллайәнова, Аделина Кәлимуллина, Эмилия Рәхмәтуллина, Арина Абрарова, Андрей Шишкин, Александра Агапова, Лия Паролова, Самира Ғайсина, Елизавета Минеева, Камилла Рахмонова, Арслан Ғүмәров, Милана Гарданшина махсус номинацияларҙа бүләкләнде.

“Экология – һәр кемдең эше” премияһы йыл һайын тапшырыла. Еңеүселәр һәм призерҙар бүләккә Ҡара диңгеҙ буйына юлламалар, планшеттар, смартфондар ала. Шулай уҡ илебеҙҙең 20 юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә өҫтәмә балл ҡушыла.

Тәбиғәтте һаҡлау, киләсәкте ҡайғыртыу – һәр кемдең эше. Был эшкә һәр кем ҡушылырға бурыслы.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән һәм скриншот.

Экология - һәр кемдең эше!
Экология - һәр кемдең эше!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас