+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
4 Декабрь 2023, 13:00

Сыбыҡ бөжәгем тиҙ үҫә

Күптән түгел синыфыбыҙ менән Республика балалар экология-биология үҙәгенә экскурсияға бар­ҙыҡ. Унда төрлө минералдар, таштар, тере йәнлектәр, ҡоштар һәм бөжәктәр менән таныштыҡ, йыланды тотоп фотоға төштөк. Беҙгә хатта ҡусҡар менән сыбыҡ бөжәктәрен өйгә алып ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Шулай итеп, бына инде ике аҙна мин бик үҙенсәлекле бөжәкте аҫрайым.

Сыбыҡ бөжәгем тиҙ үҫәСыбыҡ бөжәгем тиҙ үҫә
Сыбыҡ бөжәгем тиҙ үҫә

Яңы дуҫым тәүҙә көрән ине, хәҙер йәшел төҫкә инә башланы. Магазиндан алған салат япраҡтарын бигерәк оҡшатты бит, шуға ла төҫө үҙгәрәлер, тип уйлайым.
Уның ҡыҫҡа ғына ике мыйығы, өс пар оҙон аяғы бар, ҡанаты юҡ.
Сыбыҡ бөжәге ҙур бөжәктәрҙән һанала, кәүҙә оҙонлоғо 6 – 12 сантиметрға етә ала, тиҙәр. Минеке лә күҙгә күренеп үҫә. Тиҙҙән иркенерәк урынға күсерергә тура килер инде үҙен. Әйткәндәй, уны үтә күренмәле киң һауытҡа ҡуй­ҙым, һауа инһен өсөн «өй»­өнөң тирә-яғын тишкеләнем. Һауыттың ауыҙын яптым, сөнки ул быяла буйлап та оҫта үрмәләй.
Был йән эйәһен күҙәтеүе ҡы­ҙыҡ: көндөҙ йоҡларға ярата, төнгә ҡарай әүҙемләшә. Япраҡты хәтәр шәп кимерә. Хәүеф янағанын той­һа, ҡатып тора ла ҡуя, ысын сыбыҡ, тиерһең!
Сыбыҡ бөжәктәре тыныс холоҡло, ағыулы түгел, шуға ла йорт шарттарында ҡарау өсөн бик уңайлы. Мин көн дә япраҡтарын алмаштырып, һыу һиптереп торам. Уға күңеллерәк булһын өсөн тыштан нәҙек кенә сыбыҡтар ҙа индереп һалдым.
Сыбыҡ бөжәге Рәсәйҙә һирәк осрай, ә Башҡортостанда «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Бөжәгем йомортҡа һалһын, үрсеһен, тип теләйем. Йәйгеһен балаларын урманға ебәрер инем. Әйҙә, тәбиғәтебеҙҙең бөжәктәр донъяһын байытып йөрөһөндәр!


Азамат ЙӘНЕКӘЕВ,
IV «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
82-се гимназия.

Сыбыҡ бөжәгем тиҙ үҫә
Сыбыҡ бөжәгем тиҙ үҫә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас