

Юл оҙон булғас, тәбиғәттә туҡтап ял итеп алабыҙ. Һоҡланғыс урындар күп. Бер ваҡыт шулай өләсәйемдәрҙән ҡайтып килгәндә ҡапыл юлыбыҙға терпе балаһы менән осраны. Ҡалай матурҡайҙар! Уларҙы юлда машина тапап китмәһен, тип урманға индереп ебәрҙек.
Өйгә ҡайтҡас, ошо терпе балаһын һүрәткә төшөрҙөм. Матур ғына килеп сыҡты. Уны үҙемдең бүлмәгә элеп ҡуйҙым. Әле ошо һүрәтемә ҡараған һайын терпе балаһы һәм өләсәйем ауылы иҫкә төшә.
Алтынай ТЕЛӘҮСИНА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ишмырҙа ауылы.