

Бөтәһе 118 йәш эколог ҡатнашҡан. Улар "Йәш тикшеренеүселәр", "Хайуандарҙың зоологияһы һәм экологияһы", "Ландшафт экологияһы", "Экологик мониторинг", "Ҡалдыҡтар менән эш" номинациялары буйынса проекттарын һәм тикшеренеү эштәрен тәҡдим иткән. Еңеүселәр һәм призерҙар – Өфө, Ишембай, Мәләүез, Белорет, Күмертау, Благовещен, Яңауыл ҡалаларынан, Шаран, Кушнаренко, Туймазы, Архангел, Баҡалы, Баймаҡ, Дыуан райондарынан. Улар барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Иң-иңдәр Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашасаҡ.
Фото: rdebc.