+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
12 Ғинуар 2024, 12:00

- 34 була...

Әле Өфөлә бурай ғына! Алдағы көндәрҙә һауа торошо нисек булыр?

- 34 була...- 34 була...
- 34 була...

Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 12 ғинуарҙа, ҡар яуыуы, көндөҙ урыны менән көслө буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары булыуы фаразлана. Ел – көньяҡ-көнсығыштан, көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -5, -10 градус тәшкил итәсәк.

Шәмбе, 13 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Ел – көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Термометр бағанаһы төндә -20, -25°, аяҙытҡанда -30°, көндөҙ -19, -24°күрһәтәсәк.

Йәкшәмбе, 14 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -24, -29°, аяҙытҡанда -34° тиклем, көндөҙ -18, -23°.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас