Йондоҙтанау (звездонос) – һуҡыр сысҡандар ғаиләһенә ҡараған ер аҫты йәнлеге. Башҡа төрҙәрҙән томшоғонда үҫеүсе 22 суғы булыуы менән айырыла. Улар рецептор булып хеҙмәт итә. Йондоҙтанауҙың кәүҙә оҙонлоғо – 10 – 13 сантиметр. 44 теше бар.
Был сысҡандар Төньяҡ Америкала тереклек итә. Көндөҙ ҙә, төнөн дә әүҙемдәр. Ҡышын йоҡламайҙар. Ямғыр селәүсендәре һәм башҡа бөжәктәр менән туҡланалар. Үҙҙәренә иһә өкөләр һәм бүтән йыртҡыс ҡоштар һунар итә.
Фото: ya.ru.