Беҙ тәүҙә Учалы районына барҙыҡ, унан изге тау итәгенә алып киттеләр. Артабан инде Ирәмәл тауына йәйәүләп күтәрелеү...
Ҡышҡы юлда мине береһенән-береһе матур иҫ киткес тәбиғәт күренештәре таң ҡалдырҙы. Базаға килеп еткәс, ҡаргиҙәргә ултырып, тылсымлы урмандар аша тағы ике сәғәт барҙыҡ. Биткә ҙур шыршыларҙың энәләре тейеп ҡала, мин үҙемде әкиәт донъяһына эләккән кеүек хис итәм... Бына туҡталыш. Һоҡланғыс тәбиғәт. Эре-эре таштар теҙелеп киткән, уларҙы халыҡ Таш йылға тип атай икән. Хатта йәйҙәрен тыңлап торһаң, шишмә тауышы ишетелгәндәй була, тиҙәр.
Бына беҙ изге тауға күтәрелә башлайбыҙ. Юғарыға менгән һайын ел көслөрәк була бара, аяҡтан йыға яҙа, күҙҙе асыуы ла ҡыйын. Ура, беҙ Ирәмәлгә менеп еттек! Ә уның башынан тирә-яҡ нисек матур күренгәнен белһәгеҙ!
Был ҡышҡы сәйәхәттән бай тәьҫораттар менән, тыуған еребеҙ тәбиғәтенә ғашиҡ булып, тауҙарҙан көс алып ҡайттым.
Тимур ҒӘЗИЗОВ,
IX синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.