+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
24 Ғинуар 2024, 18:05

Беләһеңме?

Сусаҡтау – Башҡортостандағы тау. Әлшәй районындағы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 километр алыҫлыҡта Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Беләһеңме?Беләһеңме?
Беләһеңме?

Осло түбәле Сусаҡтау – ҡалдыҡ тау, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы, уның дөйөм майҙаны 116 гектар[2]. Тауҙа һәм уның биттәрендә ағастар бөтөнләй үҫмәй, улар тик үлән менән генә ҡапланған. Тауҙың көньяҡ-көнбайыш итәгенән Дим йылғаһы аға.

Тау битләүҙәрендәге ҡомло яландарҙа күп төрлө үҫемлек үҫә. Улар араһында Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгәндәре лә бар. Мәҫәлән: ҡауырһынлы ҡылған.

Сусаҡтау һәм уның тирә-яғы туристарҙы, шулай уҡ Раевка – Стәрлетамаҡ юлынан үткәндәрҙе хозур тәбиғәте менән йәлеп итә. Тау башынан Дим киңлектәренә матур күренеш асыла. Сусаҡтауҙан күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан Сатыртауҙы ла күрергә була.

Белеп ҡуй!
Ҡайһы бер турист-блогерҙар, тауҙың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, уны «Ҡыҙ күкрәге» тип атай. Әммә яҡын-тирәләге ауыл халҡы был исемде бер ҡасан да ҡулланмаған. Урындағылар уны «Таҙ тау» тип тә атай.

 

Фото һәм сығанаҡ: “Ҡыҙыҡлы топонимика” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас