Һәр уҡыусы, ҡоштарҙы хәстәрләп, өй алдына, мәктәп биләмәһенә, паркка тағараҡ эшләп элә.
Быйыл беҙҙең икенселәр изге эштә әүҙем ҡатнашты. Ата-әсәләре менән берлектә өйҙәрендә тағараҡтар яһап алып килделәр. Синыф етәкселәре Резеда Шәһит ҡыҙы иң оҫта уҡыусыларға грамоталар ҙа тапшырҙы. Тағараҡтар мәктәп баҡсаһындағы ағастарға эленде. Бергәләшеп эшләүе күңелле булды!
Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА, йәш хәбәрсе,
«Экожурналистика» түңәрәге ағзаһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.