+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
6 Февраль , 10:00

Ҡышын уларға ҡыйын

Ҡубыяҙ ауыл китапханасыһы Глүзә Закирова балалар менән бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сара үткәрҙе.

Ҡышын уларға ҡыйын
Ҡышын уларға ҡыйын

Кескәйҙәргә ҡоштарҙың тирә-яҡ мөхиткә файҙаһы, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы ҡанатлы дуҫ­тарыбыҙ, уларға ҡышын нисек ярҙам итергә кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Балалар кемуҙарҙан ҡоштар тураһында йомаҡтар систе, һүрәттәр төшөрҙө, уйындар уйнаны. Ҡоштар хаҡындағы китаптар менән дә таныштылар.
Ҡыш көнө ҡанатлы дуҫтарыбыҙ бигерәк тә ярҙамға мохтаж. Шуға уларға тағараҡтар яһап элеп, ем һалып торорға кәрәк.


Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.

Ҡышын уларға ҡыйын
Ҡышын уларға ҡыйын
Ҡышын уларға ҡыйын
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: