+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
7 Февраль 2024, 13:00

Йәнә ҡар...

Башҡортостанда һауа торошо насарая.

Йәнә ҡар...Йәнә ҡар...
Йәнә ҡар...

Республиканың көньяҡ райондарында көслө ҡар яуыуы, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, боҙлауыҡ, урыны менән буран сығыуы, елдең секундына 15 – 20 метр тиҙлектә иҫеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Алдағы тәүлектә төбәгебеҙҙә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Йәнә епшек ҡар көтөлә. Урыны менән буран, юлдарҙа – ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 8 – 13 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә -8, -13°, көндөҙ 0, -5°. Автомобиль юлдарының айырым өлөштәрендә күреү мөмкинлеге насарая.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас