+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
8 Февраль 2024, 16:00

Был ҡош 60 йыл йәшәй ала

Киви тураһында ҡыҙыҡлы факттар уҡыйыҡ әле.

Был ҡош 60 йыл йәшәй алаБыл ҡош 60 йыл йәшәй ала
Был ҡош 60 йыл йәшәй ала

Был ҡоштар осмаусылар төркөмөнә ҡарай. Улар ер өҫтөндә генә хәрәкәт итә. Тыуған ерҙәре – Яңы Зеландия.

Төрөнә ҡарап, киви төрлө ҙурлыҡта була, ауырлығы иһә 1,4 – 4 килограмм тәшкил итә. Уларҙың суҡышы бик оҙон һәм нәҙек. Ҡанат ишараттары бәләкәс кенә: 5 сантиметр тирәһе. Ситтән ҡарағанда, бөтөнләй юҡ һымаҡ хатта.

Киви ҡошо бигерәк оҙон ғүмерле икән! Тәбиғи мөхиттә (яңы Зеландияның йәшел дымлы урмандарында) 60 йыл йәшәй ала. Берәй йыртҡыс януар тотоп ашамаһа, әлбиттә.

Фото: ya.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас