+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
9 Февраль , 18:00

Сыбыҡ бөжәген күргәнегеҙ бармы?

Үҙенсәлекле бөжәк менән Өфө ҡалаһындағы 82-се гимназияның IV «В» синыфы уҡыусыһы Азамат Йәнекәев таныштырҙы. Малай был йән эйәһен бына инде өс ай өйөндә аҫрай. 

Сыбыҡ бөжәген күргәнегеҙ бармы?
Сыбыҡ бөжәген күргәнегеҙ бармы?

– Яңы дуҫым тәүҙә көрән ине, шунан йәшел төҫкә инә башланы. Магазиндан алған салат япраҡтарын бигерәк оҡшатты бит, шуға ла төҫө үҙгәрәлер, тип уйлайым.
Уның ҡыҫҡа ғына ике мыйығы, өс пар оҙон аяғы бар, ҡанаты юҡ.


Сыбыҡ бөжәге ҙур бөжәктәрҙән һанала, кәүҙә оҙонлоғо 6 – 12 сантиметрға етә ала, тиҙәр. Минеке лә күҙгә күренеп үҫә. Тиҙҙән иркенерәк урынға күсерергә тура килер инде үҙен. Әйткәндәй, уны үтә күренмәле киң һауытҡа ҡуй­ҙым, һауа инһен өсөн «өй»­өнөң тирә-яғын тишкеләнем. Һауыттың ауыҙын яптым, сөнки ул быяла буйлап та оҫта үрмәләй.


Был йән эйәһен күҙәтеүе ҡы­ҙыҡ: көндөҙ йоҡларға ярата, төнгә ҡарай әүҙемләшә. Япраҡты хәтәр шәп кимерә. Хәүеф янағанын той­һа, ҡатып тора ла ҡуя, ысын сыбыҡ, тиерһең!


Сыбыҡ бөжәктәре тыныс холоҡло, ағыулы түгел, шуға ла йорт шарттарында ҡарау өсөн бик уңайлы. Мин көн дә япраҡтарын алмаштырып, һыу һиптереп торам. Уға күңеллерәк булһын өсөн тыштан нәҙек кенә сыбыҡтар ҙа индереп һалдым.


Сыбыҡ бөжәге Рәсәйҙә һирәк осрай, ә Башҡортостанда «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Бөжәгем йомортҡа һалһын, үрсеһен, тип теләйем. Йәйгеһен балаларын урманға ебәрер инем. Әйҙә, тәбиғәтебеҙҙең бөжәктәр донъяһын байытып йөрөһөндәр! – тине Азамат.

Дуҫтар, ә һеҙ ниндәй хайуандар һәм бөжәктәр аҫрайһығыҙ? Улар тураһында редакциябыҙға яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон почта: [email protected].

Сыбыҡ бөжәген күргәнегеҙ бармы?
Сыбыҡ бөжәген күргәнегеҙ бармы?
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: