+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
10 Февраль 2024, 10:15

Йәшел Башҡортостан

Республикала 27 апрелдә ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса «Йәшел Башҡортостан» дөйөм акцияһы үтәсәк.

Өфөлә генә 2 мең 317 төп ағас һәм 2 мең 418 ҡыуаҡ ултыртыу планлаштырылған. Цюрупа, Карл Маркс, Мәжит Ғафури, Чернышевский урамдарында ҡаланың 450 йыллығына ҡарата 450 декоратив йүкә ултыртасаҡтар.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тап­ҡыр – яҙ һәм көҙ уҙа. Тирә-яҡты йәшелләндереү көндәрендә район-ҡалаларҙа яңы тематик аллеялар барлыҡҡа килә. Донъя матурланып китә. Был акцияла өлкәндәр менән бергә уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашып, тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөштәрен индерә.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас