+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәбиғәт мөйөшө
17 Февраль 2024, 10:00

Боландар янында

Яңыраҡ уҡытыусыбыҙ Гүзәл Рәйес ҡыҙы менән бик ҡыҙыҡлы сәйәхәткә сыҡтыҡ.

Боландар янындаБоландар янында
Боландар янында

 Төнъяҡ боландарын күрергә барҙыҡ! Ҡайҙа, тиһегеҙме? Белорет ҡалаһынан йыраҡ түгел ауылдашыбыҙ Тимур Эниев “Төнъяҡ боландары" тигән үҙенсәлекле этнопарк асҡайны, беҙ шунда булдыҡ. Тимур ағай Силәбенән, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарынан бер нисә болан алып ҡайтҡан. Ҡоро бесән, ағас япраҡтары, шулай уҡ туңған балыҡ ашайҙар икән улар. Беҙҙең яҡта улар яратҡан болан мүген дә осратып була., тиҙәр. Кәртә эсендә йөрөгән тарбаҡ мөгөҙҙәрҙе күрергә барыусылар күп. Кемдер фотоға төшә, икенселәр һыйпап ҡарарға тырыша. Боландар ҙа төрлө холоҡло: иркәрәктәре лә бар, уҫалдары ла.
Беҙгә был сәйәхәт бик оҡшаны.



I синыф уҡыусылары.
Белорет райооны,
Шығай ауылы.

Боландар янында
Боландар янында
Боландар янында
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас