-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
21 Февраль , 16:00

Мораторийҙы хуплайым

1986 йылдың 19 февралендә Халыҡ-ара кит аулау комиссияһы бар донъяла киттарға һунар итеүҙе һәм уларҙың итен һатыуҙы тыя. Был мораторий әлегәсә үҙ көсөндә ҡала килә.

Мораторийҙы хуплайым
Мораторийҙы хуплайым

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, браконьерҙар төрлө хәйлә менән уларға һунарҙы дауам итә. Һатып алыусылары ла табыла. Кит ауыҙындағы ҡылдарҙы йорт йыһаздары эсенә тултыралар, майын яғыулыҡ итеп ҡулланалар. Был – ҙур енәйәт!
Кит бауырынан «А» витаминын алалар, биҙҙәренән һәм баш мейеһенән инсулин яһайҙар. Әлбиттә, кеше сәләмәтлеге өсөн киттарҙы аулау киләсәктә дауам итер, тик был диңгеҙ хайуандары бөтөнләй юғалып бөтмәһен өсөн башта уларҙы үрсетергә кәрәк.
Киттарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән мораторийҙы хуп­лайым.
Был матур йән эйәләренең байрамына арнап шиғыр һәм һүрәт әҙерләнем. Урыҫ телендә яҙылған шиғырымды уҡытыусым Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллина башҡорт теленә тәржемә итте.

Артём ХАНОВ,
VI синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Иҫке Туймазы мәктәбе.

 

Кит – ул һөтимәр йәнлек,
Диңгеҙҙә йәшәй ала.
Утыҙ йәшкә етһә генә
Бик ҙур кәүҙәле була.
Оҙонлоғон үлсәр өсөн
Стадионға беҙ киттек.
Ә хәҙер минән йыраҡҡа
Утыҙ метр ары кит.
Бына шул ара ҙурлыҡта
Зәңгәр кит була инде.
Тештәре бик күп икән дә,
Тик тешләмәй бер кемде.
Киттың һөтө янында
Һыу һымаҡ һыйыр һөтө.
Бер китты үлсәр өсөн
Һыйыр кәрәк бер көтөү.
Һөтө менән имеҙә ул
Быҙауҙарын бик теләп.
Шундай бик тиҙ үҫерҙәр ҙә
Әйтерҙәр китҡа: «Рәхмәт!»

Мораторийҙы хуплайым
Мораторийҙы хуплайым
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: