+8 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
29 Февраль , 21:00

Дүрт еңеүсенең өсәүһе – Баймаҡтан!

Дүрт ай буйы барған «Мин – йәш натуралист!» Бөтә Рәсәй онлайн-марафоны еңеүселәрен Яңы йыл алдынан билдәләнеләр. 

Дүрт еңеүсенең өсәүһе – Баймаҡтан!
Дүрт еңеүсенең өсәүһе – Баймаҡтан!

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 50 уҡыусы еңеүсе статусын алһа, шуларҙың дүртәүһе – Башҡортостандан. Ә шул дүртәүҙең өсәүһе – Баймаҡтағы 4-се лицей уҡыусылары. Артабан һүҙебеҙ ошо өс еңеүсе хаҡында булыр.

«Икенсе эш» проекты ярҙамында «Беренселәр хәрәкәте» «Мин – йәш натуралист!» Бөтә Рәсәй онлайн-марафонын үткәрҙе. Бында йәш төркөмөнә бүленеп, 6 – 13 һәм 14 – 17 йәштәге уҡыусылар үҙ көсөн һынап ҡараған. Бәйгеселәр экокиңлектәр һәм йәштәр клубын булдырған, приют хай­уандарына ярҙам итеп, экологик акциялар уҙғарған. Шулай уҡ үҫемлектәрҙе күҙәтеп, башҡа сараларҙа ла әү­ҙем ҡатнашҡандар. Һәр береһе баш­ҡарған эштәрен «Башҡа эш» сервисында теркәп барған. Әлбиттә, бының өсөн уҡыусыларға балл да ҡуйылған.
Был бәйгелә 4-се лицейҙың IX «Б» синыфы уҡыусыһы Илнур Танһыҡҡужин, IX «А» синыфы уҡыусыһы Илһам Иҫәнов һәм IX «В» синыфы уҡыусыһы Нәркәс Байморатова ҡатнашҡан икән. Уларға райондың «Беренселәр хәрәкә­те» белгесе Гөлфирә Нарынбаева дөрөҫ йүнәлеш биреп, ярҙам итеп торған.
Илнур, Илһам һәм Нәркәс аҙна һайын бирелгән эштәрҙе теүәл үтәп бар­ған. Уларҙың «Йәш натуралистар» хәрәкәтенә – 105 йыл», «Эшлә!», «Бар тереклекте ҡәҙерлә», «Экосистемала бул», «Углерод эҙҙәре», «Дуҫҡа бүләк», «Көҙгө уңыш», «Йәшел стандарт», «Мин – йәш натуралист!», «Фекер­ҙәштәр киңлеге – үҫмерҙәр клубы», «Йәш натуралистар осрашыуы» тип аталған эштәре жюриҙың иғтибарын йәлеп иткән дә инде.
– Биология фәне буйынса уҡытыу­сым Рәйсә Юлғотлина «Мин – йәш натуралист!» Бөтә Рәсәй онлайн-марафонында ҡатнашырға саҡырғас, тәүҙә ҡаушап ҡалғандай булдым. Сөнки әлегә тиклем бындай ҙур бәйгелә һынау тот­ҡаным юҡ ине. Марафондың маҡсаты, бурыстары менән яҡындан танышҡас, ҡыҙыҡһынып киттем. Тәбиғәтте күҙәтергә яратам мин, шуға ла илһамланып эшкә сумдым. Төрлө тәжрибәләр яһап ҡараным. Күп китаптар уҡыным, интернет селтәренән байтаҡ мәғлүмәт йыйҙым. Үҙем өсөн бик күп яңы асыш яһаным. Шулай көндән-көн ҡыҙыҡһыныуым арта бар­ҙы, күп нәмәләргә төшөндөм.
Был эҙләнеүҙәрем бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ ине. Ошо йыйған мәғлүмәт-тәжрибәмде «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәмдә ҡуя барҙым. Әлбиттә, алған белемдәрем киләсәктә үҙе­мә кәрәк булыр, тип өмөтләнәм. Тағы ла шундай һығымтаға килдем: «Бар ке­ше тәбиғәтте һаҡлау хаҡында уйланырға тейеш. Уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн һәр кем борсолһон, үҙендә яуаплылыҡ тойһон ине», – ти бәйгелә еңеүсе Нәркәс Байморатова.
– Лицейыбыҙҙа «Мин – йәш натуралист!» онлайн-марафоны башланыуы иғлан ителгәс, унда ҡатнашырға «Экожурналистика» түңәрәге ағзаларына тәҡдим иттек. Туғыҙынсыларҙың барыһы тиерлек әүҙемлек күрһәтте. Ниһайәт, һөҙөмтәләр буйынса өс уҡыу­сыбыҙ еңеүсе тип табылды. Быға ныҡ шатландыҡ. Әйткәндәй, марафон бик ҡыҙыҡ һәм йәнле ойошторолдо. Уҡыу­сылар менән берлектә үҙебеҙ ҙә ҡыҙығып киттек әле. Марафон барышында улар менән янып йәшәнек. Бөтә Рәсәй балалары араһында бер белем усағынан өс еңеүсе булыуы – ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ! – ти бәйгелә ҡатнашыусыларҙың етәксеһе Ләйлә Мырҙағәлина.
Афарин! Беҙ ҙә Баймаҡ уҡыусыларына уңыштар, артабан да шулай тәбиғәт һағында тороуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: