+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Март , 10:10

Һынамыштар

Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.

Һынамыштар
Һынамыштар

Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр, оҙаҡ торор.

Әгәр ҙә тауыҡтар яҙ көнө төнәктән иртә төшһә – йәй насарға, әгәр һуң төшһәләр – йәй яҡшы булыр.

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.

Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.

Мартта көн менән төн тиңләшә.

Марттың шартын апрель сығарыр.

Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.

1 мартта елләп торһа, бөтә йәй елле булыр.

Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: