+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
6 Апрель , 21:59

Оя ла элдек

Халыҡ-ара ҡоштар көнө айҡанлы беҙҙең баҡсабыҙҙа төрлө саралар үтте. Мәҫәлән, Йәш натуралистар станцияһы хеҙмәткәрҙәре мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмөндә “Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ” исемле сара ойошторҙо.

Оя ла элдек
Оя ла элдек

Педагогтар ҡоштарҙың тәбиғәттәге роле хаҡында һөйләне. Уларҙы яҡларға, ярҙам итергә кәрәклеге тураһында әйттеләр. Балалар йомаҡтар систе, уйындар уйнаны. Аҙаҡтан бергәләп сыйырсыҡ ояһы элделәр. Баҡсабыҙ балаларҙың шат тауышынан яңғырап торҙо.

Сыйырсыҡтарҙың тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтыр ваҡыттары ла етте. Ләкин ағас баштарында яңы оялар әҙ күренә. Әйҙәгеҙ әле, барыбыҙ ҙа сыйырсыҡтарға оя эшләйек. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итәйек!

 

Роза ҺӨЙӨНДӨКОВА,

Гөлфиә ФӘЙЕЗОВА.

“Йондоҙло" балалар баҡсаһы педагогтары.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: