+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
11 Апрель , 20:00

Апрель – баҡсасылар өсөн яуап­лы осор

 Иң мөһиме – баҡсалағы ҡар һыуҙары йыйылып торған урындарҙы тиҙерәк йырып ебәрергә кәрәк.

Апрель – баҡсасылар өсөн яуап­лы осор
Апрель – баҡсасылар өсөн яуап­лы осор

Баҡсаны былтырҙан ҡалған сүп-сарҙан, ҡоро япраҡтан, ғөмүмән, яңы миҙгелде асырға ҡамасаулаған бөтә нәмәнән таҙартығыҙ.
Ышыҡҡа ултыртылған үҫентеләрҙең япмаһын асып елләтегеҙ. Яҙғы һауаға улар әкренләп эҙмә-эҙлекле өйрәнергә тейеш. Үҫенте өҫтөндәге япманы ер тулыһынса йылынғас ҡына алырға мөмкин.
Йәш үҫентеләрҙе ултыртырға ла ваҡыт етә. Тупраҡ йылыныу менән, йәғни апрелдең икенсе яртыһында ағас үҫентеләрен ултыртырға мөмкин. Улар өсөн соҡорҙо алдан әҙерләп, дренаж һалып, ашлау мөһим. Йәш ағасты таяуға нығытып бәйләргә һәм күп итеп һыу һибергә кәрәк.
Түтәлде дөрөҫ яһағыҙ. Бының өсөн тупраҡтың өҫкө ҡатламын алып ташларға һәм ерҙе ҡаҙып, ашлама индерергә, түтәл яһап, өҫтөнә тағы туп­раҡ һалырға һәм һыу һибергә онотмағыҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: