+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
23 Апрель , 22:00

"Патриот" ҡош

Башҡортостандың иң матур йырсы ҡоштарының береһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр өсөн таныш түгел. Түшендәге төҫтәр ҡушылмаһы арҡаһында “Рәсәй патриоты” тип йөрөтәләр уны.

"Патриот" ҡош
"Патриот" ҡош

Шиҡылдаҡ (һылыу һандуғас, көйәҙ һандуғас, урыҫса варакушка) – барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған, тышҡы ҡиәфәте менән һандуғасҡа оҡшаған, үҙе турғайҙан бәләкәйерәк күсмә ҡош.

Ерҙә һәм ҡыуаҡтарҙа йөрөүсе төҙөк кәүҙәле матур ҡош. Ата ҡоштоң һырты, ҡанаттары ҡуйы көрән. Түшенең уртаһы ҡыҙыл, уның тирәһе ҡара, унан һуң күк төҫ. Ҡорһағы аҡ, ҡойроҡ аҫты ерән. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Тауышы көслө генә: “шик-шик” йәки “шаҡ-шаҡ”. Һандуғасҡа оҡшатып һайрай.

Шиҡылдаҡ туғай һәм һыу буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Тал, ҡамыш үҫкән урындарҙы өҫтөн күрә. Ергә оя ҡора. Уны таяҡсаларҙан, ҡоро үләндәрҙән, етен япраҡтарынан, тамырҙарҙан яһай. Түшәк сифатында йөн, ҡауырһын һәм йөн ҡуллана. Көрән таплы 6 – 7 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡа һала.

Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Был ҡоштоң төньяҡ европа һәм көньяҡ европа тигән төрҙәре бар. Улар Үҙәк Африкала, Көньяҡ Азияла ҡышлай. Көньяҡтан яҙ уртаһында килә, яңғыҙ, башлыса төндә оса.

Нимәһе ҡыҙыҡ – шиҡылдаҡ тауыштарҙы бик яҡшы ҡабатлай. Был һәләте ҡошсоҡҡа конкуренттарҙы юҡ итергә мөмкинлек бирә. Башҡа ҡоштар кеүек һайрап, улар ялған мәғлүмәт тарата, тиергә мөмкин. Шулай итеп биләмәләрен һаҡлайҙар.

ФОТО: ya.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: