-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!

Көтөп алған матур миҙгел – яҙ етте. Бар донъя ҡышҡы йоҡонан уяна. Ошо мәлдә йылы яҡтан ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ҡаршы алабыҙ. Улар моңло йырҙары менән тәбиғәткә генә түгел, беҙҙең күңелдәргә лә шатлыҡ килтерә.

Сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!
Сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ!

Ә беҙ ҡоштарҙы нисек ҡыуандырабыҙ һуң? Ҡышын тағараҡтар эшләп элгәйнек. Бына яҙын оялар яһайбыҙ.
Йыл да ҡоштар ҡайтыр мәлдә ҡала һәм районыбыҙҙа «Сыйыр­сыҡ ояһы» акцияһы иғлан ителә. Синыфыбыҙ менән уға әүҙем ҡушылабыҙ. Өйҙә атай-ағайҙарыбыҙ менән бергә оялар эшләйбеҙ ҙә бейек урынға беркетәбеҙ. Үҙ эшебеҙ менән «Бәйләнештә» селтәрендә уртаҡлашабыҙ. Быйыл да шулай иттек.
Илнур Танһыҡҡужин, Фәнзил Килдебаев, Искәндәр Йосопов алдан эшләнгән ҡош ояларын тәртипкә килтерһә, Ильяс Шәрипов атаһы менән яңыһын яһап ҡуй­ҙы. Сыйырсыҡтар тыуған яҡтарына ҡайтыу менән үҙҙәренә оҡшаған ояға ҡунып һайрап беҙҙе ҡыуандырҙы. Ә һайланмай ҡалған ояларҙы турғайҙар үҙ итер.

Фидан МОНАСИПОВ,
«Экожурналистика» түңәрәге ағзаһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: