Матур йәйге кистәрҙең береһендә әсәйем йәшелсәләргә һыу һибергә ҡушты. Мин лейка алып түтәл янына барып баҫтым һәм унда уйнап йөрөгән бесәй балаларын күреп, шаҡ ҡаттым. Шундай матурҡайҙар үҙҙәре... Улар өләсәйемдең бесәйе Барсиктың балалары икән. Ағайым менән үҙҙәрен тотоп ҡарарға булдыҡ. Бесәй балалары беҙҙе бер ҙә яҡын ебәрмәне. «Бес-бесәй», – тип саҡырып та ҡараныҡ. Шунан ағайым: «Әйҙә, уларҙы ашатып ҡарайыҡ», – тине. Өйҙән һөт алып сыҡтыҡ. Шул арала бесәй балалары өләсәйемдең түтәлендә ярыш үткәреп, уны тапап бөткән. Аҙыҡ еҫен һиҙеп, улар йүгереп килде. Беҙгә тиҙ генә өйрәнеп тә киттеләр.
Бесәй балалары төрлө төҫтә ине. Миңә бигерәк тә аҡлы-ҡаралы, йәшел күҙлеһе оҡшаны. Ул бөтәһенән дә шуғыраҡ ине. Мин уға Шаянҡай тип исем бирҙем. Уны тәмлекәстәр менән һыйлайым.
Бесәй балаларын үҙемдең дуҫым Кәримгә күрһәтергә булдым. Беҙ улар менән рәхәтләнеп уйнаныҡ. Уға ла иң оҡшағаны Шаянҡай булды. Өләсәйемдән рөхсәт һорап, дуҫым уны өйөнә алып ҡайтып китте. Хәҙер Шаянҡай Кәримдәрҙә тора, уның тоғро дуҫына әйләнде.
Даниил АБДУЛЛИН, I «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.