*Һуған һәм һарымһаҡ ҡыярҙы бактериоздан һаҡларға ярҙам итә.
*Укроп ҡыярҙың уңышын күтәрә.
*Картуфты былтыр кишер, салат, һарымһаҡ, һуған, әнис һәм кәбеҫтә үҫкән ергә ултыртыу яҡшы.
*Шулай иткәндә картуф өсөн иң яман сир булған фитофтороз таралмай.
*Һарымһаҡ үҫемлектәрҙең тамыр системаһына ныҡ зыян килтергән оҙон аҡ ҡорттан ҡотолорға ярҙам итә.
*Ҡыяр һәм помидор эргәһенә ултыртылған һуған һәм торма үрмәксе талпанына үрсергә ирек бирмәй.
*Картуф араһына ултыртылған фасоль колорадо ҡуңыҙын ҡурҡыта.
Сығанаҡ: «Башҡортостан календары».