-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
4 Июнь , 12:03

Иристарҙың 137 төрө – бер урында

Ботаника баҡса-институтында ошондай күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫә. Фотоларҙы дуҫыбыҙ Мәүлиха Фәхрислам ҡыҙы ҮҘӘНБАЕВА ебәргән. Ул донъяның матурлығын фото аша дуҫтарына еткерергә ярата. Әйҙәгеҙ, баҡсаның тарихына күҙ һалып китәйек. Ул нисәнсе йылда барлыҡҡа килгәнен беләһегеҙме?

Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында

Рәсми рәүештә “Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Ботаника баҡса-институты федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы” тип аталған йәшел утрауға 1932 йылда нигеҙ һалынған. Ул Дим станцияһы районында урынлашҡан була. Ә 1939 йылда Новиковка ауылы эргәһенә күсерелә. Хәҙер был майҙан – Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенең бер өлөшө.

Ботаника баҡса-институты үҫемлектәрҙең биологик төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында төрлө ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә. Нимә генә үҫмәй унда! Нәркәстәрҙең генә – 12, иристарҙың 137 төрө бар! Йәнә 23 сорт алма, 25 сорт мал аҙығы культураһын күрергә була икән. Ә һеҙ унда булғанығыҙ бармы?

Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Иристарҙың 137 төрө – бер урында
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: