Беҙҙең урман хужалығы министрлығы менән Луганск Халыҡ Республикаһының "Яңырыу" туризм, экология һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә. Яңыраҡ унда ҡарағай орлоҡтары һалынған посылка ебәрелгән. Был изге эштә Өфө, Борай, Әбйәлил, Илеш, Учалы урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Луганск Халыҡ Республикаһында 10 мәктәп урмансылығында 200-ләгән бала шөғөлләнә икән.
Фото: bashkortostan.